Шаймуратовцы

Распоряжение № РГ-80 от 28.03.2022 об утверждении стандарта Шаймуратовского класса.pdf
Стандарт Шаймуратовского класса.pdf
Приказ о создании Шаймуратовского класса.pdf
Положение о Шаймуратовском классе Гимназии.pdf
Летние шаймуратовские игры.pdf
Зимние шаймуратовские игры.pdf


Фотографии и видеоматериалы доступны по ссылке 

https://disk.yandex.ru/d/CFZI3VOWdZTOFA 


 Шайморатов исемендәге йәйге уйындар

17 сентябрҙә  Бәләбәй ҡалаһында башҡорт гимназия - интернатында  Шайморатов исемендәге йәйге уйындарының зональ этабы үтте. Был уйындар Рәсәй Геройы генерал-майор М. М. Шайморатов исемендәге 5-8 кластар араһында үтте.

Ярышта Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 7-се Шайморатов класы ҡатнашты.

Ғәлиева Әлиә, Вәлитова Нәркәс, Ғизәтуллина Карина, Һатлыҡова Илһөйәр, Әлмөхәмәтов Ислам һәм Йәғәфәров Таһир бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп яҡшы сығыш яһап ҡайтты.




Рәшит Назаров йыһанында.

Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Рәшит Назаров исемендәге I асыҡ республика конкурсы еңеүселәренең һүрәттәренән торған күргәҙмә асылды.

I урынға лайыҡ булған Зөлфиә ҒИБАҘУЛЛИНА һүрәтендә шағирҙың "Орсоҡ" шиғырын һынландырған. Әйткәндәй, Зөлфиә Рәшит Назаровтың яҡташы, уның исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 6-сы класында белем ала.

Һәләтле ҡыҙ беҙгә тап "Орсоҡ" шиғырын ятлап ишеттерҙе.

https://vk.com/club193320245?w=wall-193320245_5433 

Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ.


Синыфыбыҙҙа барлығы егерме бер уҡыусы. Гимназиябыҙға район үҙәге Талбазынан тыш тағы ла ете ауылдан килеп белем алалар. Интернатта йәшәп уҡығандар ҙа бар. Беҙҙең синыф татыу, уңған, дуҫ һәм әүҙем булыуы менән айырылып тора. Синыф етәксебеҙ – физкультура уҡытыусыһы Урал Нил улы Йәлилов тырыш, өлгөр, берҙәм булырға, спортты яратырға өйрәтә. Командирыбыҙ Әлиә Ғәлиева беҙҙе бергә туп­лай белә. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер ул. Беренсе синыфтан уҡ «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Гимназия, район, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Уны барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ.

Һәр ҡайһыбыҙ нимәгәлер маһир. Төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнәбеҙ.
Илнар һәм Таһир Йәғәфәровтар, Радим Ибәтуллин, Ислам Әлмөхәмә­тов, Раян Әхмәтов кеүек көрәшсе егеттәребеҙ бар. Улар аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә йөрөй. Илнар менән Радим республика кимәлендә призлы урындар ҙа алып ҡыуандыр­ҙы.
«Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләш­мәһендә, «Театр» түңәрәгендә шөғөлләнгән синыфташтарым Снежанна Брагина, Нәркәс Вәлитова, Илһөйәр Һатлыҡова, Ислам Әлмөхәмәтов, Зөлфиә Ғибәҙуллина, Әлиә Ғәлиева, Раян Әхмәтов, Айгиз Мәүлетов һәм мин төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып торабыҙ. Уҙған йылда Снежанна менән «Аманат» журналы, «Йәншишмә» гәзите уҙғарған шиғыр һөйләүселәр бәйге­һендә еңеп сыҡтыҡ. Ә был уҡыу йылында районыбыҙҙа Рәшит Назаровтың тыуған көнө уңайынан үткәрелгән «Бөтә ғаләм – ҡәләм осонда» конкурсында Әлиә менән Илһөйәр призёр булды. Нәркәс Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарылған төбәк-ара «Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!» шиғыр һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсында икенсе урын алды.
Синыфыбыҙҙа матур һүрәт төшөрөүселәр күп. Улар «Аманат» журналының «Мин донъяны һүрәтләйем» конкурсында әүҙем ҡатнашып тора. «Аҡбуҙат» журналы менән берлектә уҙғарылған I республика асыҡ һүрәттәр бәйгеһендә Зөлфиә менән Нәркәс иң-иңе булып танылды.
Искәндәр Мөхәмәтшин районыбыҙҙың Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә теләп шөғөлләнә. Ул гимназиябыҙҙың өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурай ансамбле менән төрлө республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулай. Искәндәр уҡ атыу менән дә ҡыҙыҡһына.
Спорт менән дә дуҫбыҙ. Синыфыбыҙ Бөтә Рәсәй көҙгө кросында икенсе урын алды. Үҙем йыл һайын физкультура буйынса олимпиадала ҡатнашып, районда призёр булам.
Төрлө йыр смотрҙарында ла һынатмайбыҙ. Осрашыуҙар, парадтар, патриотик саралар беҙҙең Шайморатов синыфы ҡатнашлығында уҙа. Һәр ҡайҙа әүҙемлек күрһәтергә тырышабыҙ.
Август айында Шайморатов синыфтары өсөн профилле лагерҙа Дарина Липова, Илһөйәр, Айгиз, Ислам менән бергәләп ял итеп, төрлө спорт ярыштарында, интеллектуаль уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, дәрт, көс алып ҡайттыҡ.
Шулай уҡ «Йәйге Шайморатов уйындары»нда көсөбөҙҙө һынаныҡ. Унда Әлиә, Илһөйәр, Нәркәс, Айгиз, Таһир, Илнар һәм мин барҙым. Синыф етәксебеҙ Урал Нил улы менән Өфө ҡалаһының төрлө билдәле музейҙарында, иҫтәлекле урындарында ла булып өлгөрҙөк.
Ә яңыраҡ Илнар һәм Радим көрәш буйынса Баш­ҡортостан Республикаһы беренселегендә өсөнсө урын алып, тренерҙары Булат Мирғәли улын һөйөндөрҙө.
13 февралдә Зөлфиә Өфө ҡалаһына бөйөк яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаров шиғырҙары буйынса үткәрелгән республика һүрәт төшөрөүселәр бәйгеһенең йом­ғаҡлау тантанаһына барып ҡайтты. Беренсе урын алған бит ул! Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр» каналдарына интервью ла биргән синыфташыбыҙ.
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ. Көслөләр, ҡыйыу-ҙар, илһөйәрҙәр булып үҫербеҙ әле!

Карина ҒИЗӘТУЛЛИНА, VI Шайморатов синыфы уҡыусыһы. Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.


5 февраля 2024 г. в г. Давлеканово состоялся зональный этап спортивных соревнований под названием  "Зимние шаймуратовские игры-2024» на кубок имени Героя России генерал-майора Минигали Шаймуратова. Участвовали шаймуратовские классы из 11 муниципальных образований республики, а площадкой их проведения стал районный Дом культуры г. Давлеканово.

С приветственным словом к воспитанникам обратился начальник управления национального образования Министерства образования и науки Республики Башкортостан И.Ф. Кагарманов. Он отметил, что в настоящее время в регионе действуют 186 шаймуратовских классов, в которых обучаются более 4000 обучающихся.
Далее соревновательный этап игр прошел в спортивном зале РДК. Всего было заявлено 22 команды среди 5-8 классов. Согласно положению каждая команда включала по семь участников.
Из 6-го , Шаймуратовского класса Толбазинской башкирской гимназии им. Р.Назарова участвовали: Галиева Алия, Гизатуллина Карина, Валитова Наркас, Сатлыкова Ильсияр, Мавлютов Айгиз, Ягафаров Ильнар, Ягафаров Тагир.
Они прыгали в длину с места, подтягивались на перекладине, отжимались, делали упражнения на пресс и преодолевали полосу препятствий.
По сумме баллов были определены победители среди 5, 6 и 7-8 классов. Учащиеся 6-го шаймуратовского класса Толбазинской башкирской гимназии им. Рашита Назарова показали хорошую физическую подготовку и по достоинству заняли 4 место среди 11 команд.
Молодцы, ребята!!!
В дальнейших "Шаймуратовских играх" пожелаем удачи и высоких результатов.



 "Месячник спортивной массовой и патриотической работы"

Согласно плану "Месячник спортивной массовой и патриотической работы" прошли отборочные соревнования по пулевой стрельбе из пневматической винтовки.



Участие в первом туре "Зимних Шаймуратовских игр"

Командир Шаймуратовского класса Галиева Алия вместе с военным куратором класса  И.И. Амирхановым  приняли участие в первом туре "Зимних Шаймуратовских игр". В программе были: олимпиада по истории и культуре Башкортостана и стрельба из пневматической винтовки. Наша Алия не промахнулась! Зимние игры проводились на базе гимназии № 165 СМАРТ г. Уфы.

  


Месячник военно патриотической работы. 

Юные шаймуратовцы встретились с генерал майором Азаровым Т.М.


Фотографии