14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Декабрь 10, 2021
Просмотров: 54
Бөгөн 14 декабрь - Талбазы

башҡорт гимназияһында "Башҡорт теле аҙналығын" ябыу тантанаһы уҙғарылды. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына ла 190 йыл билдәләнелә.
Республикабыҙҙа 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем "Башҡорт теле аҙналығы" уҙғарылды.
Саралар Мфтахетдин Аҡмулланың киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ "Нәсихәттәр" әҫәре аша әхлаҡи рух тәрбиәләүгә йүнәлтелде.
Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары тарафынан сағыу концерт номерҙары менән тантана асылды.
Байрамға Ауырғазы районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район мәғариф бүлеге начальнигы Ғиләзетдинов Рөстәм Әнүәр улы, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арслан Нәзир улы Шәһәретдинов саҡырылғайны.
Район башлығы байрам менән ҡотланы, ижади уңыштар теләне.
Район интернет конкурсын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы һәм мәктәптәрҙе рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Байрам менән дуҫтар! Телебеҙҙе һаҡлағыҙ!

башҡорт гимназияһында "Башҡорт теле аҙналығын" ябыу тантанаһы уҙғарылды. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына ла 190 йыл билдәләнелә. Республикабыҙҙа 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем "Башҡорт теле аҙналығы" уҙғарылды.