Башҡорт теле көнө!
Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!!!
Башҡорт теле көнө һәм күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуына 190 йыл тулыу уңайынан 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем республикабыҙҙа бик бай, йөкмәткеле саралар уҙғарылыу ҡаралған. Планлаштырылған эштәр “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелеп, М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә нигеҙләнгән. Һәр көн “Нәсихәт”тең бер төшөнсәһе асып биреләсәк. 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрь – «Башҡорт теленә рәхмәтлемен, шөкөр...», 11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрь «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел» девизы аҫтында уҙасаҡ. 14 декабрь көндө уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм-онлайн дәрес үтәсәк, “Назаров уҡыуҙары” фәнни –ғәмәли конференцияһына йомғаҡтар яһаласаҡ. Ауырғазы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Талбазы башҡорт гимназияһында түңәрәк өҫтәлгә йыйыласаҡ.
Шулай уҡ, башҡорт теле буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, флешмоб һәм башҡа сағыу сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған.