Салауат Ғайса улы Кәримов менән йәнле осрашыу үтте.
Ноябрь 18, 2025
Просмотров: 162
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта шағир, яҙыусы, тәржемәсе, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов булды.
Сентябрь айында ғына Салауат ағайҙың "Башҡортостан - батырҙар иле" тигән балалар өсөн хикәйәләр китабы донъя күргәйне. Бөгөн мәртәбәле ҡунағыбыҙ ҡултамғаһы менән өп-өр яңы китабын гимназиябыҙҙың китапханаһына бүләк итте. Ҙур рәхмәт уға!
Салауат Ғайса улы менән беҙҙең даими ҡунағыбыҙ, дуҫыбыҙ яҡташ шағирыбыҙ, районыбыҙҙың "Зәңгәр шишмә" ижади берләшмәһе етәксеһе Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев килде. "Балалар өсөн яҙыу өлкәндәргә ҡарағанда ауырыраҡ та, яуаплыраҡ та", - тип билдәләп үтте ул. Яңы китап сығыуы менән Салауат Ғайса улын ҡотланы. Уҡытыусыларға, йәш быуынға уңыштар теләне. Телде һаҡларға һәм өйрәнергә кәрәк икәнен балаларҙың тағы ла бер тапҡыр хәтерҙәренә төшөрҙө.
Салауат Ғайса улы үҙенең ижады тураһында уҡыусыларға мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Салауат ағайҙарына һорауҙар ҙа бик күп бирҙе балалар.
"Нисек журналист булып киттегеҙ? Беренсе хикәйәгеҙҙе ҡасан яҙҙығыҙ? Нисә китабығыҙ донъя күрҙе? Мәктәптә ниндәй предметтарҙы ярата инегеҙ? Ниндәй йыл миҙгеле оҡшай? Берәй музыка ҡоралында уйнай беләһегеҙме? Ниндәй спорт төрөн яратаһығыҙ? Мәктәптә ниндәй билдәләргә уҡынығыҙ? “ тигән һорауҙарға ихлас яуап бирҙе яҙыусы.
"Әлегеләй әүҙем булып, төрлө сараларҙа ҡатнашығыҙ, илебеҙҙе яратып, кәрәкле, белемле шәхестәр булып үҫегеҙ! " - тине ҡунағыбыҙ.
Район мәғәриф бүлеге етәксеһе Рөстәм Әнүәр улы Ғиләзетдинов уҡыусылар араһында ижад итеүселәрҙе дәртләндереп айырым бүләктәргә бәйгеләр уҙғарырға тәҡдим индерҙе.
Районыбыҙҙа, республикабыҙҙа сыҡҡан матбуғатты алдырып, уҡытыу һәм
тәрбиә өлкәһендә ҡулланырға өндәне.
Сара йәнле һәм фәһемле уҙҙы.
Осрашыуҙы ойоштоуҙа ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәт!
Салауат Ғайса улына ныҡлы һаулыҡ ижади уңыштар, именлек теләйбеҙ!