Конкурс "А ну-ка, девочки" в 3 классе.

Март 6, 2025 Просмотров: 221
Ҡыш яҙға бирешергә уйламаһа ла, күңелдә яҙ!!!
8 Март Халыҡ-ара ҡатын - ҡыҙҙар байрамы яҡынлаша. Байрамды бигерәк тә  ашҡынып гүзәл заттар көтәлер, моғайын. Минең өсөнсөләремдә байрам кәйефе Март башы менән башланды ла инде.
Байрамға  әсәй - өләсәйҙәргә ҡотлау открыткалар эшләү, йырҙар, шиғырҙар өйрәнеү, стенгазета сығарыу кеүек мәшәҡәттәр менән көн артынан көн уҙа тора.
Бөгөн ҡыҙҙар - йондоҙҙарыбыҙға  малайҙар менән "Йәгеҙ, әле, ҡыҙҙар!“ конкурсы уҙғарҙып алдыҡ.
Балаларҙың шат тауышы, ярыш сәме, күңелле бәхәстәр менән гөрләп торҙо синыф бүлмәбеҙ! Бигерәк теремек, йылғыр, өлгөр, тырыш ҡыҙҙар уҡый беҙҙең синыфта.
" Сәскәләр " менән" Йондоҙҙар " командаһы бер - береһенә ал бирмәне. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ еңде!