“Йәш хәбәрсе”

Февраль 20, 2025 Просмотров: 136
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала “Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең 95 йәшлек юбилей кисәһендә булыу бәхете тейҙе. Тәүҙә "Йәш төҙөүсе", унан "Башҡортостан пионеры", әлеге көндә "Йәншишмә" исемендә сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр республика гәзите нисәмә йылдар инде тыуған илгә, мәҙәниәтебеҙгә , туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә милли матбуғатыбыҙҙың нигеҙе булып тора.
“Йәншишмә” гәзитен юбилейы менән ҡотларға төрлө йылдарҙа “Йәш хәбәрсе” исемен алыусылар килгәйне .Хәҙер инде улар билдәле яҙыусылар,дәүләт эшмәкәрҙәре , төрлө өлкәләге белгестәр. “Йәншишмә” гәзите күптәр өсөн ижад башы булып торған, уларға көс биргән , ҡанаттарын нығытырға ярҙам иткән.
Байрамда гәзитебеҙҙең ветерандары менән осрашыу, уларҙың хәтирәләрен тыңлау күңелдә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы.
Шулай уҡ "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов йәш хәбәрселәргә танытмалар тапшырҙы.Улар араһында уҡыусым Вәлитов Айназ да бар ине. Айназға ижади уңыштар , яҙған ҡәләме үткер һәм осло булыуын теләйбеҙ.
Ә яратҡан гәзитебеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ,күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!