«Рух» гәзите «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге берләшмәһендә район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә яҡташыбыҙ - шағир, прозаик Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған ижади конкурс иғлан ителгәйне.

Февраль 14, 2025 Просмотров: 82

Уға йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр һәм призерҙар Почет грамоталары,ҡиммәтле бүләктәр алды. Конкурста ҡатнашыусылар төрлө жанрҙағы эштәрен ебәрҙе. Төп шарт - уларҙың конкурстың тематикаһына тап килеүе ине.
Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте. Алтынсы класс уҡыусылары Данил Әлимбәков (I урын), Риана Тәминдарова (II урын), Илзирә Абдрахманова (II урын), Самат Һатлыков (III урын) конкурсҡа шағирҙың шиғырҙарына ҡарата һүрәттәр тәҡдим итте. Самат менән Илзирә шиғырҙар ҙа ижад иткән, «Шиғриәт»номинацияһында ла урын алдылар. Икенсе класс уҡыусыһы Данис Йәлилов үҙенең йәш категорияһында һүрәттәр буйынса, ә балсыҡтан бюст эшләгән Асҡар Йәлилов «Скульптура» номинацияһында беренсе булды. Гимназия уҡыусыларын конкурс эштәренә уҡытыусы Айгөл Һатлыкова әҙерләгән.