Республиканская научно-практическая конференция "Назаровские чтения"
Бөгөн Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында «Назаров уҡыуҙары-2024» республика фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Быйылғы «Назаров уҡыуҙары» күренекле яҡташ шағирыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды, ижадын пропагандалауға йүнәлтелде.
«Назаров уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы мәғариф һәм фән министрлығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт Дәүләт педагогия университеты, Ауырғазы районы мәғариф бүлеге һәм Р.Назаров -исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы берлегендә уҙғарылды.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: Район мәғариф бүлеге начальнигы Ғиләзетдинов Рөстәм Әнүәр улы, Филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт Дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки филологияһы факултеты деканы Үтәев Айнур Фәнис улы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология фәндәре кандидаты , башҡорт һәм төрки филологияһы факултетың тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары Арыҫланова Миләүшә Сынбулат ҡыҙы, Ауырғазы районы мәғариф бүлеге методисты Бикбаева Луиза Ринат ҡыҙы саҡырылды.
Быйылғы конференцияның географияһы бай булды: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Ишембай, Сибай, Күмертау, Октябрский, Благовещенск ҡалаларынан. Ауырғазы, Архангель , Бөрйән, Миәкә, Салауат, Илеш,Кушнарен, Мишкә, Краснокама, Белорет, Күгәрсен, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Шаран,Ҡыйғы, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Илеш, Балаҡатай, Балтас, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ейәнсура, Әбйәлил, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарынан ҡатнашыусылар күп булды.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы гимназияның директоры Юлмөхәмәтва Светлана Рәшит ҡыҙы сәләмләне.
Конференцияның икенсе өлөшөндә 5-8, 9-11 класс уҡыусылары һәм студенттар үҙ йүнәлештәре буйынса сығыш яһарға аудиторияларға таралышты, ә етәкселәренә тамаша залында оҫталыҡ дәресе менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлау өлөшө Рәшит Назаровтың бала сағынан бер күренеш менән гимназияның тамаша залында театр түңәрәге ағзалары сығышы менән башланды ( етәкселәре Валитов И.Ю.). Өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғайсин Ф.С.) моңло ҡурай моңдары бүләк итте. «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Йәлилова А.Х.) дәртле башҡорт бейеүе менән күңелдәрҙе елкендерҙе. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы, башҡорт һәм төрки филологияһы факултетының 2-се курс студенттары Һөйәрғолова Алина бейеү, ә Ғафарова Айгөл йыр менән сығыш яһаны.
Гимназия уҡыусылары Вәлитова Нәркәс (етәксеһе Йәлилова Р.Ә.) һәм Ибраков Айбулат (етәксеһе Атмасова С.Н.) илһамланып Р.Назаровтың шиғырҙарын һөйләне.
Республика «Назаров уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһының еңеүселәре һәм призерҙары мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Ауырғазы районы мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ә. Ғиләзетдинов Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы коллективына, Юлмөхәмәтова Светлана Рәшит ҡыҙына, Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына, баһалама ағзаларына мәғариф һәм фән министрлығынан, Атмасова Светлана Николаевнаға мәҙәниәт министрлығынан рәхәмәт хаттары тапшырҙы.
Сара Р.Назаров һүҙҙәренә яҙылған «Йөрәк» йыры менән тамамланды.
Конференцияға алыҫ араларҙы яҡын итеп сығыш яһарға килгән, Р.Назаровтың ижадын өйрәнгән һәм пропагандалаған барлыҡ уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән етәкселәренә, студенттарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Яңы ижади үрҙәр, бейеклектәр теләйбеҙ!









