Назаров Байрас - "Табын батыры"
Июнь 8, 2024
Просмотров: 283
Бөгөн Талбазы ауылында һабантуй яланында милли байрамыбыҙ «Һабантуй-2024» һәм «Табынфест-2024»төбәк-ара йәштәр фестивале уҙҙы.
"Табын батыры" бәйгеһендә Ауырғазы районы данын гимназиябыҙҙың 10-сы класс уҡыусыһы, "Нәфис һүҙ оҫтаһы ижади берләшмәһе" ағзаһы Назаров Байрас ҡатнашты. Байрас бар яҡлап та һынауҙарҙы уңышлы үтте. Билбирмәҫ батыр егетебеҙ был юлы ла һынатманы, көрәш майҙанында беренселекте бирмәне. Оҫта итеп визиткала сығыш яһауы һәм ижади номеры ла алҡыштар менән ҡабул ителде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Байрас "Табын фест" фестиваленең "Табын батыры" конкурсында 2-се урын яуланы. Афарин, Байрас!!! Ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр яҡлап та шулай өлгөр, һәләтле, тырыш булып ҡал! Артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!