"Рәшит Назаров - халыҡ йөрәгендә"

Июнь 6, 2024 Просмотров: 268
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты башҡорт -инглиз төркөмөнөң 2-се курс студенттары, уҡыу планына ярашлы, Ауырғазы районына диалектологик практикаларын үтеүҙе дауам итә.
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының тамаша залында уҙғарылған түңәрәк өҫтәл бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуына бағышланды һәм "Рәшит Назаров - халыҡ йөрәгендә" тип аталды.
Сараны Рәшит Назаровтың ижадын әүҙем пропагандалаусы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Николаевна Атмасова асты. Шағир ижадына байҡау яһалды. Студенттар араһында "Рәшит Назаровтың ижадын беләһеңме? “ тигән викторина уҙғарып, иң әүҙемдәренә иҫтәлеккә китаптар бүләккә тапшырылды.
Гимназия директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова студенттарға уңыштар теләне, бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын өйрәнеүҙе дауам итергә өндәне.
Практиканың етәксеһе - филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Раушания Әбделхай ҡыҙы Солтаҡаева Рәшит Назаровтың шиғырҙарының үҙенсәлеген, төҙөлөшөнөң төрлөлөгөн һәр шиғырҙа бай йөкмәтке, мәғәнә ятыуын асыҡлап, миҫалдарҙа иҫбатланы.
"Нәфис һүҙ оҫтаһы ижади берләшмәһе" етәксеһе Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы һәм берләшмә ағзаһы 10-сы класс уҡыусыһы Йәлилова Лиана Рәшит Назаровтың бер шәлкем шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе.
Гимназиябыҙҙың тәрбиәсеһе, Төрөмбәт ҡыҙы Зөлфиә Шәйхетдин ҡыҙы Ибраҡова бала саҡ тәҫьораттары менән бүлеште һәм "Йөрәк" йырын башҡарҙы.
Студенттар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Практика мәлендә алған мәғлүмәттәре, уй - кисерештәре менән бүлеште, һорауҙар биреп, шағирҙың ижады, тормош юлы, туғандарын һорашты, шиғырҙарын яттан һөйләне, ҡурай моңдары бүләк итте.
Сара барышында Рәшит Назаров шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, дәртле көйҙәргә бейеп тә алдыҡ хатта.
Бик йылы, бай йөкмәткеле сара уҙҙы. Ҡунаҡ егет-ҡыҙҙар практикаларын уңышлы тамамлап, күркәм Ауырғазы еренән тейешле мәғлүмәт туплап, яңы идеялар, уй- ниәттәр менән таралышыр тип уйлайбыҙ!
Тик уңыштар ғына юлдаш булһын!