"Китап байрамы"

Май 26, 2024 Просмотров: 181
26 май баш ҡалабыҙҙа "Китап байрамы" сиктәрендә Милли әҙәбиәт музейы бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа 80 йыл тулыуына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусыларҙы шағирҙың тормошо һәм ижады буйынса бай йөкмәткеле, сағыу күргәҙмә ҡаршы алды.
Төрөмбәт ауылы ҡул оҫтаһы, хеҙмәт ветераны Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы Ханнанованың шәхси күргәҙмәһе менән Р. Назаровтың бер туған апаһының ейәнсәре Гөлназ Нил ҡыҙы Васильева эшләгән портрет сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Түңәрәк өҫтәлдә бик йөкмәткеле сығыштар бөйөк әҙиптең шиғырҙары менән аралашып барҙы. Рәшит Назаровтың шиғырҙары Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарауында тағы ла тетрәндергес, күңелдәрҙе елкетерлек итеп яңғыраны.
Шағирыбыҙҙың ижадын әүҙем пропагандалаусы инициатив төркөм ағзалары : Ауырғазы районының почетлы гражданины Вәлитов М. Х., Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Хөсәйенова З. Ғ., Назарова З. Х., гимназия уҡытыусыһы Атмасова С. Н. үҙ сығыштарында Р. Назаровтың ижадын мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарылыуы һәм артабан да бар көстәрен һаласағын белдерҙе.
Гимназиябыҙ директоры Юлмөхәмәтова С. Р. сараны ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе. Артабан да бергә бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын өйрәнеүҙе дауам итергә теләктәшлек белдерҙе.
Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә туғандары, яҡташтары, уҡытыусылар, шағир-яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Был түңәрәк өҫтәлдән барыһы ла Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү дауам итәсәк , киләсәктә уның шиғриәте маяҡ булып барыһын да алға әйҙәйәсәгенә ышанып таралышты.

Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!