Бөтә донъя шиғриәт көнө

Март 20, 2024 Просмотров: 9
РӘШИТ НАЗАРОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 80 ЙЫЛ

Бөгөн Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә, шулай уҡ яҡташыбыҙ, бөйөк шағир - Рәшит Назаровҡа арналған "Секундҡа мәңгелек һыйһын, нөктәгә - бөтә Ғаләм" тигән әҙәби-музыкаль сара үтте. Уны Ф.С.Ғайсин етәкселегендәге "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле дәртле көйҙәр менән башлап ебәрҙе.
Урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы, яңы мәғлүмәттәр булды. Рәшит Назаровтың хаттары, мөхәббәт тарихы һ.б. тураһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Ханнанова Гөлфиә Нурғәли ҡыҙының нағышлап сигелгән картиналар күргәҙмәһе беҙҙең сараның сағыу биҙәге булды.
Был кисәлә билдәле шағирҙар Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, ғалимә Луиза Кирәева, "Йәшлек" гәзите һәм "Шоңҡар" журналы журналисы, шағирә Гөлнур Ҡыуатова ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәренә, бигерәк тә музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре, шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаға, фәһемле, бик ҡыҙыҡлы сара үткәргәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, алдағы тормошоғоҙҙа бәхет -шатлыҡтар теләйбеҙ.