21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө.
Февраль 21, 2024
Просмотров: 19
Бөгөн беренсе класс уҡыусылары үҙәк балалар китапханаһында “Туған телемде яратам” тип аталған ,Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған кисәлә ҡатнашты. Китапханасылар уҡыусыларҙы ихлас ҡаршы алды. Улар телдәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, уйындар уйнатты,һорауҙар бирҙе.
“Тел- милләт йәне” тип аталған китап күргәҙмәһе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балалар тел тураһында шиғырҙар һөйләне, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы .Китапханасы апайҙар балаларға китаптар бүләк итте.
Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бөгөнгө көндә һәр кемдең бурысы .