Бөгөн Башҡортостан республикаһының беренсе президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улына 90 йәш тулған булыр ине.

Февраль 7, 2024 Просмотров: 200
1-11- се кластарҙа  Мортаза Рәхимовҡа арналған класс сәғәттәре үтте.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумынан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, Өфө нефть институтын тамамлай. Ябай операторҙан алып, завод директорына тиклем үрләй.
1993 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп тәғәйенләнә. Халыҡ уны өс тапҡыр Президент итеп һайлай. Ә 2006 йылдың 10 октябрендә депутаттар бер тауыштан Президент вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар сығара.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөтә ғүмерен республикаға һәм халҡына бағышланы. Ул ҙур сәйәсәттә 13 йылдан ашыу булманы, әммә республиканың һәр кешеһе үҙен ныҡ яратты һәм хөрмәт итте. Ил ағаһы ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла Башҡортостан халҡынан айырылманы, ситтә ҡалманы. Һәр ваҡыт ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе. Ошоноң менән абруйлы булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 89-сы йәшендә донъя ҡуйҙы. Уға быйыл, тап бөгөн 90 йәш тулған булыр ине...