Беренселәр Рәшит Назаровтың ижады менән яҡындан танышты.

Январь 31, 2024 Просмотров: 95
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә,күп яҙыша.