Оҫталыҡ дәресе.
31 октябрҙә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина шиғырҙы юлдан-юлға, һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сарала Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы һәм районыбыҙҙың башҡа мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Һәр уҡыусы үҙен тәржемәсе итеп хис итте. Р.Назаровтың шиғыр һөйөүселәр араһында киң танылыу тапҡан “Йөрәк” шиғырын бергәләп тәржемә иттеләр. Лариса Хашим ҡыҙы шағирҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү (подстрочниктар яҙыу) буйынса уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында конкурс иғлан итте. Рәшит Назаровтың 80 йыллыҡ юбилейына ҡарата тәржемә ителгән шиғырҙар буйынса китап сығарыу ҡарала. Ҡатнашыусылар өсөн был оҫталыҡ дәресе бик файҙалы һәм фәһемле булды.
