3 октябрь көнө Йәш Шайморатовсылар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ көн булды.
Октябрь 3, 2023
Просмотров: 68
Өфө ҡалаһына экскурсияға юлланыр алдынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Ауырғазы районы хәкимиәте башлығы Арслан Нәзир улы Шәһәретдинов һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Әнүәр улы Ғиләжетдинов менән осрашыуҙан башланып китте.
Йәнле һөйләшеүҙән һуң 6-сы класс уҡыусылары Өфөгә юлланды.
Уҡыусылар Республика Хәрби Дан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Милли музейҙарында, Совет майҙанында Генерал Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле янында булды. Бай мәғлүмәт туплап, яҡшы ял итеп ҡайтты Йәш Шайморатовсылар.
Ошондай фәһемле һәм файҙалы экскурсиялар ойошторған өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, район хакимиәте, мәғариф бүлеге, гимназия етәкселегенә ата - әсәләр, уҡыусылар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.