Бөгөн Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл билдәләнә.

Август 27, 2023 Просмотров: 41
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.  Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовты иҫкә алайыҡ. Ул 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.