26 декабрь гимназиябыҙҙа республика "Рәшит Назаров уҡыуҙары - 2022" фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы уҙҙы.
Январь 17, 2023
Просмотров: 134
26 декабрь гимназиябыҙҙа республика "Рәшит Назаров уҡыуҙары - 2022" фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Конференция 28.11- 20.12 онлайн форматта үтте.
Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт , районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялары лауреаты, иҫ киткес талант эйәһе, шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың ижадын пропагандалау һәм мәҙәниәт һәм милли рухиәт йылына бағышланды быйылғы эштәр.
Йылдағыса эштәр республикабыҙҙың төрлө район- ҡалаларынан бик күп килде.
Видеояҙмалар күп булғас, "Мин ғашиҡмын еремә" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен 1-2, 3-4, 5-7, 8-11 класс уҡыусылары араһында төркөмдәргә бүленеп баһаланды. Шиғырҙар башҡорт, рус, татар, сыуаш, хатта инглиз телендә лә килде. Был уҡыусыларҙың Рәшит Назаров шиғырҙарын төрлө телдә лә яратып ятлайҙар тигәнде, тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен Ауырғазы районының уҡытыусылары баһаланы.
"Эҙләнеү эштәре" лә бик күп килде.
"Иң яҡшы методик ҡулланмалар" номинацияһында республика уҡытыусыларынан бай йөкмәткеле эштәр алдыҡ. "Эҙләнеү эштәрен" һәм "Методик ҡулланмалар" номинацияһын БДПУ уҡытыусылары тикшерҙе.
Сараны мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ : Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Шәһәретдинов Арслан Нәзир улы, район мәғариф бүлеге етәксеһе Ғиләзетдинов Рөстәм Әнүәр улы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор, яҡташыбыҙ Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, яҡташ шағирҙарыбыҙ Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев, Минира Винер ҡыҙы Бикәнәсова, Р. Назаровтың туғаны Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы Назарова, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Бардыбаева Рауилә Ураҙбай ҡыҙы,башҡорт теле буйынса район мәғариф бүлеге методисы Бикбаева Луиза Ринат ҡыҙы йәмләне. Республикабыҙҙың төрлө район - ҡалаларынан еңеүсе һәм призёр егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа килде.
Фойела Рәшит Назаровтың ижадын әүҙем пропагандалаусы, ҡул оҫтаһы Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы Ханнанованың бай күргәҙмәһе урын алды. Күргәҙмәне ҡунаҡтарыбыҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып өйрәнде, нағышлап эшләнгән шағирыбыҙҙың ижады башҡорт, рус, сыуаш, инглиз телдәрендә күрһәтелгәйне.
Сара шағирҙың тәрән йөкмәткеле шиғырҙары, йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Килгән ҡунаҡтар конференциянан яҡшы тәьҫораттар менән таралышты.