Гимназиябыҙҙа Башҡортостан Республикаһының "Аманат" балалар - үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәрҙәре менән күңелле осрашыу уҙҙы.

Декабрь 9, 2022 Просмотров: 39
Гимназиябыҙҙа Башҡортостан Республикаһының "Аманат" балалар - үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәрҙәре менән күңелле осрашыу уҙҙы.
Гимназия уҡыусылары йыл буйы яратҡан журналыбыҙ уҙғарған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты.
Февраль айында, туған телдәр көнөндә баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатов ағайҙары килеп маҡтау ҡағыҙҙары, таныҡлыҡ тапшырып киткәйне. Быйыл да гимназистарыбыҙ һынатманы, уңыштары менән һөйөндөрҙө.
Рәзил Айрат улы уҡыусыларға артабан да әүҙем булырға, башҡорт телендә матур - матур шиғырҙар, хикәйәләр ижад итергә өндәне.
Журналдың яуаплы сәркәтибе Яҡупова Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы 2022 йылда "Йәш хәбәрсе" исеменә лайыҡ булған 9-сы синыф уҡыусыһы Йәлилова Лианаға танытма һәм маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе 5 - се синыф уҡыусыһы, "Йәш Шайморатовсы" Ғизәтуллина Карина маҡтау ҡағыҙы һәм Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның ҡултамғаһы һәм теләктәре яҙылған китабы менән бүләкләнде. "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсында еңеүсе 4-се синыф уҡыусыһы Мөхәмәтшина Розалина маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Күңелле осрашыу "Аманат" лы дискотека менән дауам итте.
Йәш йырсы, ҡурайсы, журналист Рифат Йәмлихин ағайҙарының дәртле йырҙары, ҡурай моңдары уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде. Балалар рәхәтләнеп ҡурай моңона, башҡорт йырҙарына бейене, уйындарҙа ҡатнашты, ҡушылып йырланы.
Байрам өсөн "Аманат" тарға рәхмәт!
Яратҡан журналыбыҙға 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу ойошторҙоҡ. Башҡорт телендә сыҡҡан милли матбуғаттарыбыҙҙы уҡыйыҡ, алдырайыҡ, яҙҙырайыҡ!