25 ноябрҙә Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының тамаша залында Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам сараһы үтте.
Ноябрь 25, 2022
Просмотров: 51
25 ноябрҙә Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының тамаша залында Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Гимназия директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова әсәйҙәрҙе һәм өләсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Гимназиябыҙ уҡыусылары башҡарған әсәйҙәр тураһындағы шиғыр, йырҙарҙы тамашасы йылы ҡаршы алды. Бейеү түңәрәгенә йөрөгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең дәртле бейеүе, өлгөлө "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле егеттәренең рухлы сығышы байрамға йәм өҫтәне. 9-сы класс уҡыусылары Йәлилова Лиана һәм Назаров Байрас сараны йәнле итеп алып барҙы. Талбазы башҡорт гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Мөхәмәтшина Дилара Фәрит ҡыҙы эшләгән презентация әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Байрам уңайынан ойошторолған сара аҙағында яҡынлашты, әсәйҙәр матур ял сәғәте бүләк иткән уҡыусыларға, уҡытыусыларға рәхмәт әйтеп өйҙәренә таралышты.


















