18 ноябрҙәТалбазы башҡорт гимназияһына билдәле шағир, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте.

Ноябрь 19, 2022 Просмотров: 114
18 ноябрҙәТалбазы башҡорт гимназияһына билдәле шағир, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте. Был сарала Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Шәһәретдинов Арслан Нәзир улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Кәримов Салауат Ғайса улы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, башҡорт телен үҫтереү йәмәғәт фонды етәксеһе Йосопова Гөлназ Рәүил ҡыҙы, "Аҡбуҙат " журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Ауырғазы районының почетлы гражданины Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы, Р. Назаровтың туғаны Назарова Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы ҡатнашты.
Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайының өлгөлө "Шатлыҡ" бейеүселәр ансамбле (етәксеһе Йәлилова А. Х.) , өлгөлө "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғайсин Ф. С.), гимназия уҡыусылары, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре байрамға йәм һәм рух өҫтәне. Арслан Нәзир улы Шәһәретдинов Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына(Юлмөхәмәтова С. Р., Атмасова С. Н., Залилов У. Н., Залилова Р. Ә., Ҡыҙрасова Г. Ә., Ҡыҙрасов З. Н., Мөхәмәтйәрова Ә. И., Сатлыкова А. С.) рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ премьер министр урынбаҫары Сәғитов Ирек Хәйривәрий улы исеменән башланғыс кластар уҡытыусыһы Атмасова Светлана Николаевна һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Әмирханов Ирек Инир улы рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.