"Мостай уҡыуҙары"
Ноябрь 1, 2022
Просмотров: 166
2022 йылдың 31 октябрендә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурс еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Йәлилова Лиана (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтйәрова Әлиә Илдар ҡыҙы ) "Беҙҙең өйҙөң йәме " - проекттар һәм экскурсия маршруттары номинацияһында призлы урын яуланы. Тырыш, ныҡышмал, рухлы, аҡыллы уҡыусыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә уҡыуында уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ. Афарин, Лиана!!!