6 октябрҙә Талбазы башҡорт гимназияһында Республика көнөнә һәм Талбазы ауылының 275 йыллығына арналған әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды.
Октябрь 7, 2022
Просмотров: 55
11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй.
6 октябрҙә Талбазы башҡорт гимназияһында Республика көнөнә һәм Талбазы ауылының 275 йыллығына арналған әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды. Сарала 4 - 6 класс уҡыусылары ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтйәрова Әлиә Илдар ҡыҙы уҡыусыларға республикабыҙҙың Дәүләт символдары, тарихы, Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында һөйләне. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Мөхәмәтшина Дилара Фәрит ҡыҙы Талбазы ауылы һәм районыбыҙ тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар башҡарыуында "Ерем, илем, телем", "Башҡортостан", "Шайморатов генерал" йырҙары күңелдәрҙе күтәрҙе, рух уятты, "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле егеттәренең сығышы байрамға йәм, дәрт һәм дарман өҫтәне.
Ошо мәртәбәле байрам менән барлыҡ Республика халҡын ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ышаныслы, күге аяҙ булһын, тигән теләктәр юллайбыҙ.