Бына дүр йыл, дүрт көн кеүек һиҙелмәйсә үтте лә китте. Яңы ғына белем усағына аяҡ баҫҡан кескәй генә уҡыусыларым инде үҙ аллы, үткер ҡарашлы, төплө фекерле булып үҫеп еттеләр. Башланғыс мәктәп менән хушлашыу мәле лә етте.
Июнь 1, 2022
Просмотров: 60
Быйылғы уҡыу йылында Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыфын 19 уҡыусы уңышлы тамамланы. Синыфта малайҙар ҡыҙҙарҙан ике тапҡырға күберәк булыуға ҡарамаҫтан татыу һәм дуҫ булдылар. Улар үҙҙәренең шаянлығы, йылғырлығы, отҡорлоҡтары , бар ергә лә өлгөрөүҙәре менән айырылып торҙолар. Уҡыу яғынан да, спортта ла һынатманылар. Алдынғылар рәтендә булдылар. Дүрт йыл дәүерендә төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашып юғары урындар яулап ата-әсәләрен , уҡытыусыларҙы ҡыуандырып торҙолар.
Башланғыс мәктәп менән хушлашыу байрамы бик күп йылдарға иҫтә ҡалырлыҡ булып үтте. Ҡыҙҙарыбыҙ оҫта итеп башҡорт ҡыҙҙары бейеүен бейеһә, Йәғәфәров Таһир һәм Әлмөхәмәтов Ислам өҙә баҫып “Перовскийҙы” башҡарҙы. Ә инде ҡурайсы егеттәребеҙ Мөхәмәтшин Искәндәр һәм Шөғөров Инсаф ,ҡумыҙсы ҡыҙҙарыбыҙ Ғизәтуллина Карина, Липова Дарина һәм Брагина Снежанна башҡарыуында башҡорт көйҙәренә поппури тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Дәртле татар егеттәре бейеүе менән Әхмәтов Раян, Байков Әҡсән, Мәүлитов Артем, Ибәтуллин Радим сығыш яһап ҡына ҡалманы , хатта бейеүгә уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе саҡырып күмәк бейеү ойошторҙо. Гармунсы егетебеҙ Мәүлитов Айгиз “Бөрлөгән”,
“ Әпипә” көйҙәрен башҡарҙы. Байрамда Тыуған ил, мәктәп, уҡытыусылар, ғаилә, дуҫлыҡ , каникул тураһында йырҙар яңғыраны. Алып барыусы Ғизәтуллина Карина, Әлмөхәмәтов Ислам, Мәүлитов Айгиз , Брагина Снежанна, Әхмәтов Раян, Ғәлиева Әлиә дүрт йыл уҡыу дәүеренә байҡау яһанылар. Балаларға бигерәк тә 2018 йылдағы 1 синыфҡа килгән “Белем көнөнән” видеояҙмалар оҡшаны. Һәр кем үҙенең кес кенә булып шиғыр һөйләп , йырлап торғанын күреп көлөштө. Байрамға йәм өҫтәп ата-әсәләр комитеты Роза Фәрит ҡыҙы Ғәлиева тәрән йөкмәткеле шиғыр уҡыны, ә Нурия Нуриәхмәт ҡыҙы Шәрипова “ Балан әсе шул балам” йыры менән күңелдәрҙе тулҡынландырып , күҙҙәргә йәш тултырҙы. Ата-әсәләр исеменән Шамил Әхмәтов балаларға уҡыуҙарында уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләне. Гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова ата-әсәләрҙе, дүртенселәрҙе башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы, “Башланғыс класты тамамлау” тураһында диплом тапшырҙы.
Беҙҙең сара тамамланыуға, тышта ямғыр туҡтап ҡояш нурҙарын һибеп балҡыны, әйтерһең: ”Киләсәгегеҙ нурлы, яҡты булһын, балалар” –тигән төҫлө ине. Ошондай матур, сағыу сара ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн ата-әсәләргә оло рәхмәтемде белдергем килә. Киләсәктә лә балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, шатланып, тыныс тормошта, аяҙ күк аҫтында, татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәргә яҙһын. Ә инде яратҡан уҡыусыларыма :” Юлдарығыҙҙа тик йәшел уттар ғына янып, дөрөҫ йүнәлеш биреп , уңыштар теләп торһон”- тип әйткем килә. Аҡ юл һеҙгә !





