Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусылары Ғәлиева Әлиә, "Аманат" тың "Йәш хәбәрсе" Ғизәтуллина Карина һәм 8-се класс уҡыусыһы Йәлилова Лиана Өфө ҡалаһында уҙған "Йәш ижадсылар ҡоронда" ҡатнашып ҡайтты

Апрель 28, 2022 Просмотров: 39
Бөгөн 27.04 Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусылары Ғәлиева Әлиә, "Аманат" тың "Йәш хәбәрсе" Ғизәтуллина Карина һәм 8-се класс уҡыусыһы Йәлилова Лиана Өфө ҡалаһында уҙған "Йәш ижадсылар ҡоронда" ҡатнашып ҡайтты. Сараны Республиканың Милли музейы һәм "Аманат" журналы ойошторҙо. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан ижад һөйөүсе уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылғайны. Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусыларының сығышы сараға йәм өҫтәне. Йылайыр, Бөрйән райондарынан килгән йәш ижадсылар үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Ғизәтуллина Карина гимназиябыҙ тормошо, ижады тураһында ҡәләмдәш дуҫтарына һөйләне. Тәнәфес ваҡытында Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләү барыһына ла оҡшаны. "Аманат" журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова журнал менән хеҙмәттәшлек иткән өсөн уҡыусыларға рәхмәт кәлимәһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙына маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ҡурай, ҡыл ҡумыҙ, ҡумыҙ, гармун моңдары ағылып күңелдәрҙе күтәрҙе. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназия уҡыусылары сығыш яһаусы "Йәш хәбәрселәргә" үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырып ҡына торҙо. Сараны Милли музей ғилми хеҙмәткәре Илдар Тәлғәт улы Шәрипов алып барҙы. Йөкмәткеле саранан һуң милли музейҙағы "Алтын кеше" күргәҙмәһенә сәйәхәт яһаныҡ.
Сараны ойоштороусыларға, уҡыусылар, ата-әсәләр исеменән рәхмәт еткерәм.