22 апрель көндө Талбазы башҡорт гимназияһында күркәм сара уҙҙы.
Апрель 23, 2022
Просмотров: 74


22 апрель көндө Талбазы башҡорт гимназияһында күркәм сара уҙҙы. Яҡташыбыҙ, шағир, иҫ киткес талант эйәһе Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында "Нәфис һүҙ оҫтаһы" түңәрәге ағзалары матур сығыш яһаны. Иң кескәй ҡатнашыусыбыҙ 2 - се класс уҡыусыһы Ҡотлоюлов Искәндәр Р. Назаровтың "Маҡтансыҡ" шиғырын яттан һөйләп тамашасыны һәм баһалама ағзаларын таң ҡалдырып Гран-приға лайыҡ булды. 4-се класс ҡыҙҙары Брагина Снежанна, Ғизәтуллина Карина, 8-се класс уҡыусылары Йәлилова Лиана һәм Назаров Байрас лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ матур сығыштары менән 11-се класс уҡыусыһы Хәсәнова Гөлназ, 9-сы класс уҡыусыһы Усманова Гөлшат, 8-се класс уҡыусыһы Ҡотлоәхмәтова Эвелина, 4-се класс уҡыусыһы Ғәлиева Әлиә, 2-се класс уҡыусыһы Сафина Сабиналарҙың сығыштары ла бик матур булды.
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары билдәле шағирә, тәржемәсе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, уҡытыусы-журналист, шағир, Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140 - сы башҡорт гимназияһы директоры Фәнил Нил улы Бүләков, автор башҡарыусы Миңзәлә Ғәббәс ҡыҙы Яхина, балалар яҙыусыһы Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафина, шағирә Айгөл Илгиз ҡыҙы Ғәбитова, шағир, бик күп йырҙар авторы "Зәңгәр шишмә" берләшмәһенең етәксеһе Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев, шағирә Зөлфиә Фәрит ҡыҙы Сидоровалар менән осрашты. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арслан Нәзир улы Шәһәретдиновтың сарала ҡатнашыуы "Йәшен" ижади конференцияһының мәртәбәһен арттырҙы. Миңзәлә Яхинаның дәртле , тәрән мәғәнәле йырҙары рухыбыҙҙы күтәрҙе. Конференцияла Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140 - сы башҡорт гимназияһының уҡыусылары ҡатнашыуы ике гимназия араһында дуҫлыҡ күпере һалырға булышлыҡ итте. Был ижад байрамынан бар ҡатнашыусылар яңы дәрт, көс алып ҡалғандыр тип уйлайым. Барығыҙға ла сәләмәтлек, яңы ижади үрҙәр теләйем.