#Йәйләү_2022

Март 29, 2022 Просмотров: 67
28-се март Талбазы башҡорт гимназияһында 25 бала өсөн "Йәйләү" көндөҙгө ял үҙәге үҙ ишектәрен асты.
Атмасова С. Н. балаларға башҡорт ырыуҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Балалар "Мең" һәм "Табын" ырыуына бүленде. Ырыу башлыҡтары һайланды, тамғалар өйрәнелде, ырыу девизы, йыры ҡабатланды.
Йәйләүҙә уҡыусылар күңелле ял итеп кенә ҡалмай, ә яратҡан республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан "Аманат" журналын да яратып уҡый. Әйткәндәй, йома көндө гимназиябыҙҙың 25 уҡыусыһы яңы ғына типографиянан сыҡҡан өр-яңы журналды ҡулдарына алып ҡыуанды. Унда 3-сө класс уҡыусыһы Ғәлиуллин Исламдың "Күҙ менән ҡаш араһы" конкурсында сыҡҡан фотоһы, 4-се класс уҡыусылары Ғәлиева Әлиә менән "Аманаттың" Йәш хәбәрсеһе Ғизәтуллина Кариналарҙың әкиәттәре, Ибәтуллин Радимдың әсәй тураһында сыҡҡан шиғырҙарын күреү икеләтә шатлыҡлы булды. Башҡа уҡыусылар ҙа хеҙмәттәшлекте дауам итерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.